Барлык яңалыклар
Новости
22 март , 10:21

Социаль контракт эшҡыуарлыҡ асырға йә иһә эшкә урынлашырға ярҙам итер

Аҙ килемле граждандар  үҙ эшен асыуға  350 мең һумға тиклем  йә иһә  мәшғүллек үҙәге аша  эшкә урынлашҡанда  60 мең һум аҡса ала ала.

2014 йылдан республикала  социаль контракт нигеҙендә  адреслы социаль ярҙам программаһы тормошҡа ашырыла. Мәшғүллек үҙәктәре  программаның ике йүнәлешен контролдә тота –  эш эҙләү һәм шәхси эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу. Аҙ килемле тип танылған кешеләр социаль контракт төҙөй ала – был ауыр тормош хәленән сығыу программаһы, эште йүнәлтеүҙең билдәле шәхси планы.

Социаль контракт буйынса эш эҙләүгә кеше эшкә урынлашҡанда 60 мең hум самаһы аҡса ала. Бының өсөн граждан аҙ килемле тип танылырға һәм  эшһеҙ йә иһә эш эҙләүсе сифатында мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә баҫырға тейеш.  Шул саҡта дүрт ай барышында  – эш эҙләгән тәүге айҙа һәм эшкә урынлашҡандан һуң өс айҙа 14991 һум аҡса алыуға иҫәп тоторға мөмкин. Эш эҙләүгә социаль контракт  туғыҙ айға тиклем һуҙылыуы бар, әммә, ҡағиҙә булараҡ, граждандар уны дүрт айҙа тормошҡа ашыра.

Социаль контракт сиктәрендә дәүләт ярҙамы менән эшҡыуарлыҡты асыуға һәм үҫтереүгә финанс ярҙамы алырға мөмкин. 2022 йылдан был сумма 200-ҙән 350 мең һумға тиклем арттырылды. Бының өсөн бизнес-план эшләргә һәм уның мөһимлеген иҫбатларға кәрәк – бында мәшғүллек үҙәге белгестәре ярҙам итер.  Программала ҡатнашыусылар үҙҙәренең бизнес- идеяларын йышыраҡ  бьюти-индустрия, клининг  һәм химик таҙартыу, фотография, юридик хеҙмәттәр, шулай уҡ  ремонт-төҙөлөш эштәре һєм бухгалтер  хеҙмәттәре өлкәһендә тормошҡа ашыра. Программала ҡатнашып, үҙ эшен яңы башлаған кеше  алынған аҡсаны  ҡорамалдар һәм материалдар һатып алыуға тотона ала. Бынан тыш, әгәр уға һайлаған йүнәлешендә яңы белем алыу талап ителә икән, ул халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге аша бушлай уҡый ала.  Мәшғүллек үҙәге йүнәлтмәһе буйынса уҡыу мөмкинлеге булмаһа, кеше үҙаллы һайлаған ойошмала уҡыуға  30 мең һумға тиклем аҡса ала ала.

Программала ҡатнашыу шарттары буйынса анығыраҡ мәғлүмәтте  халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә алырға була: Яңы Балаҡатай ауылы, Совет урамы, 111, телефон 8(34750) 2-17-28.

А.Крохалева,

райондың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге территориаль бүлек етәксеһе

Читайте нас: