Ҡыямитдин менән Сафия Хәләфетдиновтар 51 йыл бергә татыу ғүмер кисерәләр. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, эре мал, ҡош-ҡорт менән бер рәттән бал ҡорттарын да тоталар. Баҡса тултырып йәшелсә, картуф үҫтереләр, ә ишек алды шау сәскәгә күмелә. Был татыу, уңған ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙҙары Гөлфиә бала саҡтан йыр-моңға тартыла. Гармунда уйнарға өйрәнә. Ә инде мәктәпте тамамлағас, бер ниндәй икеләнеүһеҙ сәнғәт юлын һайлай. Әлеге көндә район мәҙәниәт йортонда эшләй. Сафия апай үҙе мөнәжәтттәр һәм шиғырҙар ижад итеп төрлө конкурстарҙа ҡтнашып сәсәниә исеменә лайыҡ ағинәй. Ә улдары Фәнилдең ике улы ла ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа бик оҫта уйнайҙар.
"Минең ғаиләм" конкурсында ҡатнашыусыларға тауыш биреү махсус приложение аша 1 июлгә тиклем дауам итә:
https://vk.com/app7198399#poll60cf7392c2fae193197291c8